СЕМЁНКИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.- Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1700 кеше; 1920 — 2115; 1939 — 1229; 1959 — 1075; 1989 — 775; 2002 — 724; 2010 — 679 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1718 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Семёнов исеме м‑н нигеҙ һала. 1766 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1756 й.) бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 170 йортта 801 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 12 сауҙа кибете булған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 тимерлек, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ғ.Ғ.Насирова, М.З.Саттаров ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика