СЕМЁН-ПЕТРОВСКИЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 305 кеше; 1920 — 704; 1939 — 555; 1959 — 333; 1989 — 345; 2002 — 364; 2010 — 348 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙе Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мордва крәҫтиәндәре утар булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе ағалы‑ҡустылы Семён һәм Пётр Захаровтарҙың исеме м‑н аталған. 1891 й. 48 йортта 208 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 20 б. башынан хәҙ. статусын йөрөтә. 1917 й. улус идараһы урынлашҡан булған. В.П.Захаров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика