СЕЛИВАНОВКА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Сыбаркүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 246 кеше; 1959 – 303; 1989 – 165; 2002 – 193 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Агро” ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Тамъян‑Ҡатай кантонында ш. уҡ кантондың Ҡағы а. кешеләре тарафынан Селиванов утары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 11 йорт иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика