СЕЙӘЛЕ-ӘТӘС, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 629 кеше; 1920 – 775; 1939 – 650; 1959 – 589; 1989 – 427; 2002 – 339 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халҡы Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхозда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Өфө провинция канцелярияһы указы б‑са Ҡазан даруғаһы терр‑яһында типтәрҙәр нигеҙ һала, 1748 й. алып билдәле. Шулай уҡ Әтәс, Сейәле булараҡ теркәлгән. 1816 й. тиклем бында мишәрҙәр, 1865 й. тиклем мариҙар төпләнгән. 1795 й. 142 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта – 262 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ пароход һәм иген пристандәре, 2 бакалея кибете билдәләнгән. Ауыл эргәһендәге Сейәле Әтәс яланғаслыҡтары тәбиғәт ҡомартҡыһыбулып тора.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика