СЕВЕРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Сухое Озеро т. юл ст. К.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 370 кеше; 1989 – 351; 2002 – 332 кеше. Немецтар, урыҫтар йәшәй. Халҡы “Сиҙәм” АХПК‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 40‑сы йй. Волга буйы Немец АССР‑ы күскенселәре Тагилстрой ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. “Урал” с‑зы ойошторолған ваҡытта (сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү барышында) с‑здың Етенсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика