СЕВЕРНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 181 кеше; 1959 — 300; 1989 — 285; 2002 — 336; 2010 — 337 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Калинин М.И. исемендәге колхозда эшләй. Балалар баҡсаһы бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Стәрлетамаҡ с‑зы ойошторолоуға бәйле с‑здың Владимир бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. башынан Стәрлетамаҡ с‑зының Северный бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика