СЕБЕНЛЕ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1026 кеше; 1920 — 690; 1939 — 331; 1959 — 355; 1989 — 390; 2002 — 356; 2010 — 290 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 22 йортта 140 кеше йәшәгән, 1865 й. 120 йортта — 628 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Х.С.Булатов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика