СВОБОДА, Салауат р‑нындағы ауыл, Тирмән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Олоер й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 120 кеше; 1959 – 136; 1989 – 84; 2002 – 113 кеше. Башҡорттар йәшәй.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында ш. уҡ кантондың Лағыр а. кешеләре артель булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 22 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика