СВОБОДА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Т.- Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 574 кеше; 1959 — 643; 1989 — 574; 2002 — 564; 2010 — 629 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Россиянка” урыҫ халыҡ йыры ансамбле), китапхана бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мораптал с‑зы ойошторолоуға бәйле с‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика