АРТЮШКОВА Ольга Викторовна (20.9.1948, Черкассы ҡ.), геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (2010). И.В.Артюшковтың апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Бөрө р‑нының Осиновка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып Геол. ин‑тында: өлкән лаборант, 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге девон биостратиграфияһына арналған. А. Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе девонының вулканоген-ултырма ҡатламдарын тикшерә: конодонт фаунаһын өйрәнеү нигеҙендә уларҙың стратиграфик эҙмә-эҙлелеге раҫлана, ентекле стратиграфия схемаһы эшләнә; ярлыҡап, боғаҙаҡ, бейәғаҙы, аҡтау свиталары айырып күрһәтелә; мәғдән һыйҙырышлы баймаҡүребай свитаһы, ҡарамалыташ свитаһы күләме һәм сиктәре аныҡлана. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Палеонтологическое обоснование стратиграфического расчленения дофаменских вулканогенных комплексов Верхнеуральского и Магнитогорского районов. Уфа, 1998 (авторҙ.); Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай-Баймакского района Башкирии. Уфа, 2002 (авторҙ.); Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке