САФАР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 361 кеше; 1920 — 471; 1939 — 388; 1959 — 411; 1989 — 309; 2002 — 339; 2010 — 288 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле- Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Сафар Тәмәев исеме м‑н аталған. 1795 й. 12 йортта 57 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 211 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. М.Ә.Әхмәтшин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика