САУЫҘБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Сауыҙбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 700 кеше; 1920 – 864; 1939 – 666; 1959 – 742; 1989 – 430; 2002 – 451 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). С. – “Батыр” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Йәнәй-Эткенә/Иҫке Барановка а. кешеләре нигеҙ һала. 1906 й. мәсет, ел тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. Шулай уҡ Яңы Барановка, Яңы Йәнәй-Эткенә исемдәре м‑н билдәле булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика