САУЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Сауыҙбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 751 кеше; 1920 — 930; 1939 — 829; 1959 — 936; 1989 — 176; 2002 — 184; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Бөрө өйәҙендә Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусының Новосемиостровной а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 129 йортта 718 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 ел тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй булған. Ауыл эргәһендә Сауыҙ торалары бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика