САТЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Сатый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сатый й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1185 кеше; 1920 – 1483; 1939 – 786, 1959 – 717; 1989 – 664; 2002 – 602 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халҡы “Сатый” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе Сатый Атйетәров исеме м‑н аталған. 18 б. аҙ. ш. уҡ яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. 1795 й. 34 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта – 820 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, итекселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 2 тирмән булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән. И.Т.Хәбибуллин, М.Ә.Шәмсетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика