САРУА, Нуриман р‑нындағы ауыл, Саруа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Саруа й. башында (Һалдыбаш й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 277 кеше; 1959 – 861; 1989 – 498; 2002 – 360 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы Нуриман урман хужалығы участкаһында, “Тирәкле” крәҫтиән (фермер) хужалығында, “Саруа” ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Саруа урман участкаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Саруа күле бар.

В.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика