САРУА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Калинники а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 77 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1434; 1920 — 1233; 1939 — 1082; 1959 — 456; 1989 — 71; 2002 — 116; 2010 — 97 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1865 й. 191 йортта 1031 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 май һығыу з‑ды, тимерлек, шарап һәм бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1868 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, шарап, мануфактура, һыра һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Саруа ҡаласығы бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика