САРЛАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 574 кеше; 1920 – 700; 1939 – 748; 1959 – 688; 1989 – 538; 2002 – 599 кеше. Мариҙар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1772 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1749 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 89 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 53 йортта – 260 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика