АРТЮШКОВ Игорь Викторович (30.1.1950, Черкассы ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). О.В.Артюшкованың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ уҡыта (өҙөклөктәр м‑н): 1983—96 йй., 1999—2000 йй. һәм 2007 й. алып урыҫ теле каф. мөдире; 1981—82 йй. Смоленск пед. ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге хәҙ. урыҫ теле синтаксисы мәсьәләләренә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Внутренняя речь и её изображение в художественной литературе (на материале романов Ф.М.Достоевского и Л.Н.Толстого). М., 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.