САРАШТЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 332 кеше; 1920 – 425; 1939 – 404; 1959 – 467; 1989 – 231; 2002 – 206 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы К.Маркс ис. АХПК‑ла эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 50 йортта 263 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. шулай уҡ мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика