САПАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Бағаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 119 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 298 кеше; 1920 – 321; 1939 – 222; 1959 – 196; 1989 – 199; 2002 – 218 кеше. Мариҙар йәшәй. Халҡы “Колос” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1801 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Балыҡсы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 29 йортта 178 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика