САПАЙ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 754 кеше; 1920 – 663; 1939 – 564; 1959 – 423; 1989 – 377; 2002 – 426 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Төбәк-Агро” ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1740 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Йәнәй улусы Үтәгән а. башҡорттары нигеҙ һала. 1795 й. 20 йортта 85 кеше йәшәгән, 1865 й. 67 йортта – 498 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Ә.Б.Бәкеров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика