САНЙЫН 2-се, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Молокан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Санйын й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 247 кеше; 1959 – 142; 1989 – 140; 2002 – 176 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Көйөргәҙе с‑зы ойошторолоуға бәйле совхоздың Санйын фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1953 й. 138‑се ат заводының Санйын ҡасабаһы булараҡ күрһәтелгән. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика