САНДАР, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 26 кеше; 1920 – 13; 1939 – 330; 1959 – 1709; 1989 – 360; 2002 – 289 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1905 й. Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына. 20‑се йй. утар, 30‑сы йй. алып Үрге һәм Түб. Сандар ҡасабалары булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ статусын ала. Ауыл эргәһендә Бахмут ҡәберлеге табылған.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика