САМОХВАЛОВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 43 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 69 кеше; 1920 – 133; 1939 — 123; 1959 – 518; 1989 – 504; 2002 – 44 кеше. Урыҫтар йәшәй.

Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1865 й. алып билдәле (8 йортта 34 кеше йәшәгән). Шулай уҡ Степановка, Никольский, Каловка исемдәре м‑н теркәлгән. 1950—80 йй. Фёдоровка а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1992 й. Өфө р‑нының Фёдоровка а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.