САМОЙЛОВКА, Миньковка, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 166 кеше; 1920 – 227; 1939 – 219; 1959 – 202; 1989 – 194; 2002 – 197 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы “Арыҫлан” МУАХП‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1895 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусының Түләк а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө губернаһынан күсеп килеүселәр Самойлов ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 27 йортта 183 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) мөгәзәй теркәлгән. 80‑се йй. ауыл 1884 й. нигеҙләнгән Миньковка а. м‑н ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика