САЛЙОҒОТ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Ыҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 121 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 310 кеше; 1920 — 496; 1939 — 305; 1959 — 246; 1989 — 262; 2002 — 255; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Һалйот улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеме этнонимға бәйле (ҡара: Һалйот). 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. Оло һәм Кесе Салйоғот булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта — 214 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ мәҙрәсә теркәлгән. 19 б. аҙ. ауылға 18 б. уртаһында нигеҙләнгән Төплөкүл а. ҡушылған. 1920 й. С. (Төплөкүл) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика