САЛЙОҒОТ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 310 кеше; 1920 — 274; 1939 — 269; 1959 — 164; 1989 — 106; 2002 — 256; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1706 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Салйоғот улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1789 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Өфө өйәҙенең Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Иҫке Ҡыйышҡы а.) типтәрҙәре килеп ултыра. Исеме этнонимға бәйле (ҡара: Һалйот). 1795 й. 18 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 18 йортта — 143 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Шулай уҡ Ҡыйышҡы исеме м‑н теркәлгән. 1906 й. мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика