САЛҒЫЯ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Салғыя а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 66 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 1910 кеше; 1939 – 1292; 1959 – 1217; 1989 – 897; 2002 – 940 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы “Вымпел” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ярославка а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика