САҠМАҒОШ, ауыл, Саҡмағош р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Саҡмағош а/с үҙәге, “Заря” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Өфөнән Т.‑Көнб. 111 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 67 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Ҡалмаш й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Кушнаренко—Баҡалы, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Шишмә—Языково—Саҡмағош автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. – 2,5; 1920 – 3,1; 1939 – 4,0; 1959 – 4,9; 1989 – 12,6; 2002 – 11,2. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Саҡмағош кирбес заводы, механика з‑ды, һөт з‑ды, “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Саҡмағошнефть” НГДУ‑һы, “Башҡортостан МТС‑ы” ДУАХП‑ы филиалы эшләй. Һөнәрселек лицейы, Саҡмағош урта мәктәбе №1, гимназия, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, 3 балалар баҡсаһы, балалар өсөн соц. приют, ДЮСШ, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (“Аҫылйәр” халыҡ бейеү ансамбле, татар халыҡ театры), мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1738 й., 1739 й., 1745 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында мишәрҙәр, һуңынан ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 93 йортта 666 кеше йәшәгән, 1865 й. 165 йортта – 1520 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, мөгәзәй, дауахана, балалар йорто, 3 бакалея кибете, тирмән, башҡа милләттәр өсөн мәктәп булған. Д.М.Азаматов, М.М.Азаматов, Р.Ғ.Баянов, Р.Х.Хәбибуллин, Д.Ә.Хисаева, Ф.Ә.Әғзәмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика