САҠАТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 56 км алыҫлыҡта Саҡат й. (Сөн й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 634; 1939 — 646; 1959 — 518; 1989 — 308; 2002 — 258; 2010 — 204 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 47 йортта 288 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика