САҘАЛЫ, Көпәш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байдәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Саҙалы й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 209 кеше; 1939 – 181; 1959 – 156; 1989 – 111; 2002 – 106 кеше. Башҡорттар йәшәй. Клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙендә (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. башҡорт йәйләүҙәре булараҡ, халҡы Байдәүләт а. м‑н бергә иҫәпкә алынған, тип фараз ителә) нигеҙ һалына.

 Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика