“АРТЫШ”, ижади берекмә. 1995 й. Өфөлә ойошторола. Ойоштороу инициаторҙары: Р.Н.Бураҡанов, Х.Х.Исмәғилев, Д.Н.Ишемғолов, Ә.М.Мәзитов, Д.Ә.Сөләймәнов, Х.С.Фазылов (етәксеһе). Составында 30‑ҙан ашыу рәссам, ш. иҫ. Р.М.Арыҫланов, Р.Ю.Атауллин, Р.С.Зәйнетдинов, Ф.А.Исмәғилев, Л.Ф.Мөғтәбәров, Л.З.Рәхмәтуллина, И.М.Ямалетдинов, почётлы ағзалар А.А.Кузнецов, Ә.Ф.Лотфуллин, Т.П.Нечаева, Э.М.Сәйетов. Берекмәнең күргәҙмәләре Магнитогорск, Ырымбур (икеһе лә — 1996), Ҡазан, Яр Саллы (икеһе лә — 1997), Сибай (1996—97), Туймазы (1999), Өфө (1996, 1997, 1999, 2001, 2002, 2005, 2010) һ.б. ҡҡ. үтә. “А.” программаһы нигеҙендә — башҡорттарҙың биҙәүҡулланма сәнғәтен, фольклорын,тарихын ижади йәһәттән яңыса баһалау аша милли рухты тергеҙеү. “А.” ағзалары эштәренең төп темалары — Башҡортостан тәбиғәте, халҡының рухи матурлығы һәм милли үҙенсәлектәре. Һынлы сәнғәттең (рәсем сәнғәте, графика, скульптура, сценография), биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең (нәфис керамика сәнғәте, нәфис кейеҙ сәнғәте, нәфис ағас сәнғәте) төрлө йүнәлештәрендә эшләүсе берекмә рәссамдарының әҫ. жанр төрлөлөгө (пейзаж, портрет, натюрморт,тормошҡа бәйле һәм тарихи картиналар; ҡара: Тормош‑көнкүреш жанры, Тарихи жанр) һәм стилистик иреклек (реализмдан башлап неопримитив һәм абстракт композиция һәм ассамбляжға тиклем) м‑н айырылып тора.

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018