САДОВЫЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 6 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан.Халҡы: 1939 й. – 178 кеше; 1959 – 376; 1989 – 666; 2002 – 620 кеше. Башҡорттар йәшәй. “Урал аръяғы” машина-технология станцияһы ДУП‑ының Хәйбулла филиалы эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1934 й. МТС ойошторолоуға бәйле Хәйбулла МТС‑ы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика