САДОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1020 кеше; 1920 — 1188; 1939 — 1140; 1959 — 989; 1989 — 503; 2002 — 451; 2010 — 424 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Вастома” мордва халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға 18 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Пенза губ. дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 120 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 120 йортта — 1105 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика