САҒЫР, С у т ы ш, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Дүшәмбикә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 5 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 440 кеше; 1920 — 583; 1939 — 333; 1959 — 332; 1989 — 242; 2002 — 268; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1741 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Сағыр Сыуашев, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сағыр Ҡайдәүләтов исеме м‑н аталған. 1795 й. 7 йортта 49 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 277 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Сәтүш, Абдул, Тырнаҡлы исемдәре м‑н иҫәпкә алынған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика