САҒАНЛЫ, Бәләбәй р-нындағы ауыл, Анновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Т. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡыҙыл й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 306 кеше; 1920 – 442; 1939 – 331; 1959 – 274; 1989 – 168; 2002 – 138 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1759 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Шәғәле, Сиғәле, Сә(и)ғәнле. Сиғәлле исемдәре м‑н билдәле булаған. 1865 й. 24 йортта 147 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.  

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика