САВКИН, С и р е к л е, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 166 кеше; 1920 — 214; 1939 — 303; 1959 — 300; 1989 — 92; 2002 — 101; 2010 — 57 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. уртаһында) керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. 1865 й. 22 йортта 125 кеше йәшәгән. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика