РЯЗАНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рязановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1373 кеше; 1920 — 1792; 1939 — 1374; 1959 — 1176; 1989 — 544; 2002 — 555; 2010 — 616 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Рязаночка” урыҫ халыҡ йыры ансамбле), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Рязань губ. дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 176 йортта 846 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1841 й. төҙөлгән), часовня, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, тимерлек, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.