РЫСЫҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 472 кеше; 1920 — 548; 1939 — 248; 1959 — 242; 1989 — 314; 2002 — 371; 2010 — 379 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үткәл урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһының Ҡатай улусы Шығай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Күҫәпҡол һәм Теләпҡол Рысыҡаевтар билдәле. Шулай уҡ Шығай исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. Р. (Арсыҡайҙа) 9 йортта 37 кеше йәшәгән, 1866 й. 76 йортта — 372 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Р. (Үрге һәм Түб. Әрүәк) булараҡ иҫәпкә алынған. Р. янындағы Әрүәк-Рәз тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов