РЫСҠУЖА, С у б а н, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 413 кеше; 1920 — 481; 1939 — 368; 1959 — 347; 1989 — 370; 2002 — 466; 2010 й. — 453 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1740 й. алып билдәле. Сотник Рысҡужа Ҡырмаев исеме м‑н аталған. 1866 й. 45 йортта 329 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018