РЫСАЙ, А ҡ б у л а т, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсе а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Шартым т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 939 кеше; 1920 — 1380; 1939 — 1066; 1959 — 608; 1989 — 508; 2002 — 610; 2010 — 563 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Аҡ шишмә” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1743 й. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Рысай Бинәшев исеме м‑н аталған. 1795 й. 30 йортта 240 кеше йәшәгән, 1866 й. 111 йортта — 618 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, почта станцияһы булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.