РУХТИН, И с ҡ а ҡ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 8 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 1072; 1939 — 600; 1959 — 454; 1989 — 541; 2002 — 639; 2010 — 676 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1808 й. Троицк өйәҙе Мәсәғүт а. дәүләт крәҫтиәндәре ш. уҡ өйәҙҙең Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүселәр Василий, Гаврила, Матвей һәм Трофим Рухтиндарҙың фамилияһы м‑н аталған. 1865 й. 37 йортта 271 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, шарап һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов