МИЛЛИ КИТАПХАНА. Өфөлә урынлашҡан. Тарихы 1836 й. Дворяндар йыйылышы эргәһендә ойошторолған беренсе губерна йәмәғәт китапханаһы асылыуға бәйле, 1921 й. алып Губерна ғилми китапханаһы, 1922 й. — БАССР‑ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы, 1930 й. — Үҙәк респ. китапханаһы, 1936 й. — Респ. китапханаһы, 1960 й. Н.К.Крупская исеме бирелә, 1992 й. БР‑ҙың Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы. 1930 й. китапхана составына — Дәүләт йәмәғәт башҡ. китапханаһы, 1936 й. М.Горький ис. Үҙәк йәмәғәт китапханаһы инә. 2 филиалы бар: Балалар китапханаһы һәм Үҫмерҙәр китапханаһы. Фондта бөтә белем тармаҡтары б‑са 20‑нән ашыу телдәге 3 млн 300 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге (2015), ш. иҫ. 1 млн дананан ашыу махсус әҙәбиәт (стандарттар, техник шарттар, сәнәғәт каталогтары, патенттар) бар. Һирәк осраған баҫмаларға (40 меңдән ашыу дана) бай: логика, халыҡ медицинаһы, хоҡуҡ, философия, тел ғилеме (ҡара: Дөйөм тел ғилеме) б‑са 15— 19 бб. ҡулъяҙма китаптары; С.Т.Аксаков, М.В.Ломоносов, А.С.Пушкин, Л.Н.Толстой һ.б. урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәренең беренсе баҫмалары; Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар), Дашковтар, А.Ф.Смирдин китапханаларының экслибристары булған китаптар; Ш.Бабич, Ш.Мәржәни, Науаи, Сәғҙи, Ғ.Соҡоройҙоң ҡулъяҙма әҫәрҙәре; 19—20 бб. башында Башҡортостанда нәшер ителгән белешмә әҙәбиәт, гәзиттәр һәм китаптар; йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм яҙыусыларҙың автографтары м‑н китаптар; Ә.Ә.Вәлидов хеҙмәттәре; миниатюр баҫмалар һәм фолианттар. 1993 й. мәғлүмәт базалары булдырып, китапхана-мәғлүмәт процесын автоматлаштырыу башлана; электрон каталогтың күләме 300 меңдән ашыу яҙма тәшкил итә (2015). 1931—96 йй. респ. китапханалары фондынан идеологик һәм сәйәси мотивтар б‑са алынған әҙәбиәтте махсус (йәшерен) һаҡлау бүлеге эшләй. Был бүлектә һаҡланып ҡалған китаптар (24 меңдән ашыу дана) нигеҙендә репрессияланған һәм һуңынан аҡланған яҙыусыларҙың әҫәрҙәре яңынан баҫтырыла, мәҫ., Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, Д.Юлтыйҙың “Ҡан” романдары, А.М.Таһировтың 3 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы һ.б. Йыл һайын 74 меңгә яҡын китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндерә. Тарих, мәҙәниәт, айырым яҙыусылар һәм ғалимдар ижады, БР‑ҙың ҡалалары һәм райондары тарихы б‑са библиографик күрһәткестәр (ҡара: Библиография), методик ҡулланмалар, бюллетендәр, мәғлүмәт материалдары, ҡулъяҙмалар тасуирламалары, каталогтар төҙөй һәм баҫтырып сығара. 1965—94 йй. “Башҡортостан китапханалары” йыйынтығын сығара. 70—80‑се йй. дәүләт йәмәғәт китапханаларын үҙәкләштерелгән китапханалар системалары м‑н методик яҡтан берләштереүен тәьмин итә. РФ, БДБ илдәре, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең китапханалары, ш. уҡ Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) төбәк бүлектәре м‑н бәйләнеш тота. Китапхана инициативаһы б‑са һәм уның базаһында 1994 й. Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының уҡытыу-консультация пункты (2002—15 йй. Өфө филиалы) асыла, ул ш. уҡ респ. китапханалары өсөн белгестәр әҙерләү м‑н шөғөлләнә. БР Мәҙәниәт министрлығы м‑н берлектә “Йылдың иң яҡшы китапханаһы”, “Йылдың иң яҡшы китапханасыһы”, “Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы” һ.б. респ. конкурстарын ойоштора һәм үткәрә. Яҙыусылар һәм шағирҙар м‑н осрашыуҙар, әҙәби‑муз. кисәләр, фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар үткәрелә; китап күргәҙмәләре ойошторола. Китапхана м‑н Р.Ғ.Буканова, М.Х.Закиров, РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Ф.Х.Ишморатова, Р.М.Ҡәрипова, С.Х.Мәмлиева, Р.Х.Тимерғәлина, Ф.Ш.Һөйөндөкова, С.Әлибай, М.В.Әмиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Китапхана бинаһы 20 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Г а й с и н а Р.Х., М а н н а н о в М.А. Храм сокровищ: Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан: ист. очерк. Уфа, 1996; Роль и место Национальной библиотеки в социокультурном пространстве: материалы Междунар. науч.‑практ. конф. Уфа, 2012.

С.Р.Бишева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке