МӘСЕТТӘР (ғәр. мәсжид — ғибәҙәт ҡылыу урыны), мосолман дине ҡоролмалары. М. намаҙ, Ҡөрьән уҡыйҙар, вәғәз һөйләйҙәр һ.б. Атрибуттарына — михраб (Ҡәғбә тарафына ҡаратылған стена уйымы), мөнбәр (вәғәз һөйләүсе өсөн михраб эргәһенә ҡуйылған кафедра) инә; М. шулай уҡ китап һаҡланмаһы, тәһәрәт алыу бүлмәһе була, намаҙ ваҡытында ҡатын‑ҡыҙөсөн дөйөм залда һәм галереяла махсус бүленгән урын билдәләнә. М. башлыса манаралы (аҙан ҡысҡырыу башняһы) була. Тәүге М. Мәҙинәҡ. һижрәттән һуң төҙөлә. Мосолмандарҙың баш М. булып Мәккәҡ. Мәсжид әл Хәрәм һанала. Йәмиғ (мосолман байрамдарында һәм йома һайын күмәкләп намаҙ уҡыу өсөн), биш ваҡытлы, ауыл, мәхәллә М. була. 

Башҡортостанда М. ислам дине таралған һәм башҡорттарҙың ултыраҡ тормошҡа күскән ерҙәрҙә төҙөлә барған; сығанаҡтарҙа М. 16— 17 бб. уҡ телгә алына. 18 б. башында Ҡазан даруғаһында Иҫке Күскилде а. (1701), Өмәй утарында (1724), Гөлөк а. (1725) һ.б. торама пункттарҙа төҙөлә. М. башлыса ағастан һалынған, ҙурлығы торама пункттағы диндар ирҙәр һанына ҡарап билдәләнгән. 19 б. ауылдарға хас М. тибы формалаша: 2,7—4,6 м бейеклектәге бура, төньяҡҡа ҡараған болдоро һәм көньяҡҡа ҡараған михрабы, ике яҡлы ҡыйығы була. Стеналары башлыса арҡыры, буй йүнәлешле итеп йә икеһен аралаштырып йоҡа таҡта м‑н көпләнә. Ҡайһы берҙә бинаны балсыҡ м‑н һылап аҡлағандар. Тәҙрә уйымдары көнсығыш һәм көнбайыш стенаға тура килтерелә. Эске йыһазы ябайлығы м‑н айырылып тора: стеналарына Ҡөрьән доғалары яҙыла, иҙәнгә кейеҙ, балаҫ, келәм түшәлә. М. ҡойма м‑н уратып алына. Һәр М. эргәһендә мәктәп йәки мәҙрәсә эшләй. Ырымбур мосолман диниә назараты ойошторолоу м‑н барлыҡ башҡорт, мишәр һәм типтәр торама пункттарында күпләп М. төҙөлә башлай. Батша хөкүмәте тарафынан һәр 100 йортҡа бер М. төҙөү билдәләнә. 18 б. 1‑се яртыһынан һаҡланып ҡалған М. араһынан Балтас р‑ны Иҫке Яҡшый а. (1738) М. билдәле. 19 б. башына Ырымбур губернаһында 4 таш (3‑һө Ырымбур өйәҙендәһәм 1‑һе Ырымбур ҡ.) һәм 1258 ағас М. булған. Һуңыраҡ Беренсе йәмиғ мәсете һәм Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете төҙөлә. 19—20 бб. араһында хәлле мосолмандарҙыңүҙ ирке м‑н биргән иғәнәһенә тиҫтәләгән М. төҙөлә, уларҙыңһәр береһе ҙур ауылдарҙа 3‑сө, 4‑се, хатта 5‑се М. булған. 20 б. башында Өфөлә 2 таш М. (ҡара: Өфөләге мәсеттәр), ш. иҫ. Хәкимиә йәмиғ мәсете, төҙөлә. Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡайһы бер М. Урта Азиялағы мосолман культ төрҙәренә оҡшаш, мәҫ., Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а. М. (ҡара: Юлыҡ йәмиғ мәсете). 1918 й. — Усман (хәҙ. Ауырғазы р‑ны), Торонтайыш (Әлшәй р‑ны), 1924 й. — Сөләймән (Ауырғазы р‑ны), 1925 й. Илтуған аа. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны) М. төҙөлә. 1922 й. Өфө губернаһы м‑н Бәләкәй Башҡортостан терр‑яһында 2507 М. була, улар РСФСР мосолмандарының Үҙәк диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) һәм АСБР Диниә назараты ҡарамағында була. 20‑се йй. аҙ.— 30‑сы йй. М. күпләп ябыла, дини мәхәлләләр юҡҡа сығарыла. 1945 й. 12 М. эшләй (ҡалғандары келәт, иген һаҡлағыс, мәктәп, клуб, ятаҡһ.б. итеп файҙаланыла; архитектура яғынан М. үҙҙәренең йөҙөн, бөтөнлөгөн юғалта, барыһының да тиерлек манаралары ҡолатыла), һуғыштан һуңғы йылдарҙа — 20‑нән ашыу, 1987 й. 17 М. эшләй. 90‑сы йй. алып респ. яңы М. һалына һәм иҫкеләре элекке хәленә ҡайтарыла. БР‑ҙа 1996 й. ҡарата 400‑ҙән ашыу, 2008 й. — 500‑гә яҡын, 2013 й. 1060 М. иҫәпләнә.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Текст на русском языке