МАЙҒАҘЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Майғаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Майғаҙы й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 605 кеше; 1959 — 840; 1989 — 947; 2002 — 879; 2010 — 672 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Алағуз с‑зы ойошторолғандан һуң ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.