АРТРИТ (гр. arthron — быуын), быуындар шешеүе. Моноартритҡа (бер быуындың зарарланыуы), полиартритҡа (бер нисә быуындың шешеүе) айырыла. А. барлыҡҡа килеүенә ревматологик һәм аутоиммун ауырыуҙар, синовиоциттар ҡатнашлығындағы патологик хәлдәр булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары: хәрәкәт иткәндә көсәйеүсе ауыртыу, хәрәкәттәрҙең иркен булмауы, быуындың шешенеүе һәм формаһы үҙгәреүе һ.б. Диагностика өсөн рентгенологик һәм лаб. тикшереү (ҡан, ауырыу быуындың синовиаль шыйыҡсаһы анализдары һ.б.) мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз (анальгетиктар, шешеүгә ҡаршы дарыуҙар һ.б.), физиотерапевтик (дауалау физкультураһы, массаж һ.б.) һәм хирургик. Шифахана-курорт учреждениеларында дауаланырға кәңәш ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: анкилоз (быуын хәрәкәтһеҙлеге), артроз (быуын кимерсәгенең дегенерацияһы) һ.б. Иҫкәртеү: А. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүсе ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалау. А. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (А.Ф.Асҡаров, Р.Ә.Дәүләтшин, Т.Б.Хәйретдинова). 1983 й. Республика клиник дауаханаһы нигеҙендә Респ. ревматология үҙәге асыла, унда А. этиологияһына бәйле рәүештә дауалау үткәрелә (Л.М.Вәлишина, Дәүләтшин).

Л.М.Вәлишина, Р.Әәүләтшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.