АРТЁМЕНКО Елена Павловна (7.12.1971, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2006). Омск физик культура ин‑тын тамамлаған (1993). 1996 й. алып “Фән һәм сәләмәтлек” ғилми-производство үҙәгендә (Омск ҡ.) уҡыта, 1997 й. — ӨДАТУ‑ла. 2001 й. башлап — Башҡ. физик культура ин‑тында дауалау физик культураһы, 2002 й. алып реабилитациялауҙың физик саралары каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре травматологияла хәрәкәтте тергеҙеү, спортҡа яраҡлылыҡты ҡайтарыу проблемаларына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Двигательная реабилитация при переломах трубчатых костей. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке