НЕФТЬ (фарс. нефт), шыйыҡ янар файҙалы ҡаҙылма. Үҙенсәлекле еҫле, төҫө аҡһыл көрәндән ҡуйы һороға тиклем булған майлы шыйыҡса, дисперслы система; т‑ра 50°C булғанда йәбешкәклеге 0,012—0,55 см2/с тигеҙ; тығыҙлығы 650—1050 кг/м3 сиктәрендә тирбәлә; оптик яҡтан актив берләшмә. Н. — төрлө органик берләшмәләр ҡатышмаһы, шыйыҡ углеводородтарҙың ҡайнай башланыуы м‑н билдәләнә (башлыса 28°C юғары); tҡатыу +23° алып ‑60°C тиклем; йылылыҡ һыйышы 1,7—2,1 кДж (кг•К); яныу йылылығы 43,7— 46,2 МДж/кг. Органик эреткестәрҙә эрей, ғәҙәти шарттарҙа һыуҙа эремәй, уның м‑н тотороҡло эмульсиялар барлыҡҡа килтерә. Составында 1 меңгә яҡын индивидуаль матдә бар, шуларҙың күпселеге — шыйыҡ углеводородтар (масса б‑са 500‑ҙән ашыу йәки ғәҙәттә 80—90%) һәм гетеро‑атом органик берләшмәләр (4—5%), башлыса көкөртлө (яҡынса 250), азотлы (30‑ҙан ашыу), кислородлы (яҡынса 85%), металорганик берләшмәләр (ҡара: Нефттең металл‑порфирин комплекстары); ҡалған компоненттары — эретелгән углеводород газдар (0,1—4%), һыу (эҙенән алып 10%‑ҡа тиклем), минераль тоҙҙар (башлыса хлоридтар, 0,1—4000 мг/л һәм унан да күберәк), органик к‑та тоҙҙарының эретмәләре һ.б., механик ҡушылмалар (балсыҡ, ҡом, эзбизташ бөртөксәләре). Н. составында күбеһенсә парафинлы (күләмдән 30— 35%) һәм нафтенлы (25—75%) берләшмәләр була, ш. уҡ ароматик рәт (10—20%) һәм ҡатнаш (гибрид) төҙөлөшлө (парафин‑нафтен, нафтен-ароматик) берләшмәләр; көкөртлө берләшмәләр — көкөртлө водород, меркаптандар, моно‑ һәм дисульфидтар, тиофендар һәм тиофандар, полициклик берләшмәләр һ.б. (70— 90%‑ы мазутта һәм гудронда туплана); нефттең азоторганик берләшмәләре һәм нефттең кислородорганик берләшмәләре осрай. Н. бөтәһе 50‑нән ашыу элемент табылған, ш. иҫ. углерод 82—87%, водород 11— 14,5, көкөрт 0,01—6, азот 0,001— 1,8, кислород 0,005—0,35% һ.б., ванадий (10‑5—10‑2%), никель (10‑4— 10‑3%), хлор (эҙенән алып 2•10‑2%‑ҡа тиклем) һ.б. бар. Составында асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләр булған Н. (20—40%) — ыҫмалалы, ыҫмала һәм асфальтен булмағаны аҡ Н. тип атала. Ер өҫтөнә түгелгән Н. окислана һәм ҡуйы мальтаға, асфальтҡа әйләнә. Ер аҫтында төрлө күләмдәге тупланма рәүешендә була (ҡара: Нефть ятҡылыҡтары). Ҡатлам шарттарында Н. составында эретелгән газ бар һәм сығарылған Н. тығыҙлығы, кинематик һәм динамик йәбешкәклеге м‑н айырыла. 12 МПа•с ашыу йәбешкәклек юғары һанала. Ҡатлам Н. мөһим күрһәткесе булып газ факторы тора (ер өҫтөнә 1 т Н. сығарғанда алынған газ күләме). Тығыҙлығы б‑са еңел (830 кг/м3 түбәнерәк), уртаса (831—860) һәм ауыр (860‑тан ашыу) Н. айырыла. 1981 й. алып технологик классификация, йәки индекслау (етештерелгән нефть продукттарының сифаты б‑са) ғәмәлдә була, шуға ярашлы Н. 5 урынлы индекс тәғәйенләнә. Көкөрт миҡдары б‑са 3 класҡа, 350°C тиклем ҡайнап сыҡҡан фракция миҡдары б‑са 3 типҡа, нигеҙҙәге дөйөм май миҡдары б‑са 4 төркөмгә, нигеҙҙәге май йәбешкәклеге индексы б‑са 4 ярым төркөмгә, ҡаты парафин миҡдары б‑са 3 төргә бүленә. 2002 й. халыҡ‑ара стандарттарға ярашлы ГОСТ Р51858‑2002 ҡабул ителә, уға ярашлы Н. дөйөм көкөрт миҡдары б‑са 4 класҡа, т‑ра 20°C булғанда тығыҙлыҡ б‑са 5 типҡа, һыу һәм хлорлы тоҙ миҡдары б‑са 3 төркөмгә, көкөртлө водород һәм еңел меркаптан миҡдары б‑са 3 төргә бүленә. Н. барлыҡҡа килеүҙең органик (биоген) һәм органик булмаған (абиоген) теориялары бар. Биоген барлыҡҡа килеү теорияһына ярашлы, Н. — һыу‑ултырма ҡатламдарҙа органик матдәнең (кероген) күмелеү продукттарының шыйыҡ гидрофоблы фазаһы. Ер ҡабығының бата барған ҙур өлкәләрендә барлыҡҡа килә, унда водородҡа бай планктондан килеп сыҡҡан сапропель тибындағы органик матдәле тау тоҡомдары уңайлы термобаҫым шарттары булған зоналарға барып етә һәм Н. эшләп сығара, ш. уҡ Н. серетмәнән барлыҡҡа килеүе мөмкин. Хемофоссилийҙың (биол. матдәләргә ҡарата углерод һөлдәһе структураһына яҡын булған углеводородтар һәм гетероатом берләшмәләр) булыуы тере матдә м‑н генетик бәйләнештә тороуының төп дәлиле булараҡ ҡарала (И.О.Брод, Н.Б.Вассоевич, М.В. Ломоносов, Г.Потонье, Н.Д.Зелинский, И.М.Губкин, Ҡ.Р.Тимерғәзин, А.А. Трофимук, С.Ә.Әхмәтов һ.б.). Органик булмаған теорияларға ярашлы [минераль, йәки карбид (Н.А. Кудрявцев, Д.И.Менделеев, А.С. Эйгенсон); йыһан (Т.Голд, В.Б.Порфирьев, В.Д.Соколов, К.Ә.Уразаев); вулкан (Ю.Кост) һ.б.], углеводородтар синтезы металл карбидтарының һыу һәм к‑та м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеү юлы аша, Фишер‑Тропш схемаһы б‑са водородтан һәм углерод оксид‑ тарынан барлыҡҡа килә. Н. сығарыуҙың төп ысулы — скважина аша: фонтан, газлифт, насос ҡулланып сығарыу (ҡара: Быраулау, Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү). Ташығанда һәм һаҡлағанда юғалтыуҙарҙы кәметеү, Н. быуҙарының даими баҫымын һаҡлау өсөн НЭЗ‑дарға ебәргәндә Н. тотороҡландырыла (пропан‑бутан, ҡайһы берҙә пентан фракциялары ҡыуыла) һәм эшкәртелмәгән Н. алына. Артабан нефтте һыуҙан һәм тоҙҙарҙан айырыу ойошторола. Н. эшкәртеү беренсел (нефть ҡыуыу) һәм икенсел (составындағы углеводород структураһын үҙгәртеүгә бәйле, алкиллаштырыу, гидрокрекинг, каталитик крекинг, риформинг, кокслаштырыу инә) эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Нефть продукттарын таҙартыу ярҙамында кәрәкһеҙ компоненттар алып ташлана. НЭЗ‑дың физик (ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары) һәм химик технологик процестары айырыла. Активлаштырыу ысулы б‑са термик (термодеструктив: висбрекинг, термик крекинг, кокслаштырыу, пиролиз һ.б., термоокисландырыусы: коксты, күмерҙе газлау, битум етештереү һ.б.) һәм каталитик (гетеролитик: алкиллаштырыу, каталитик крекинг, полимерлашыу һ.б., гомолитик: водород етештереү һәм газдарҙы, метил спиртын, көкөрттө синтезлау һ.б., гидрокаталитик: гидрокрекинг, изомерлаштырыу, риформинг һ.б.) химик процестар бүленә. Башҡортостан Н. өйрәнеү 20 б. 30‑сы йй. “Башнефть” тресының Үҙәк ғилми тикшеренеү лаб., һуңынан Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтында башлана, артабан Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда һәм “БашНИПИнефт” тә дауам итә. Илдең төрлө төбәктәрендәге (БАССР, ТАССР, Яҡут АССР‑ы, Ҡаҙаҡ ССР‑ы, Әстерхан, Ырымбур, Төмән өлк.) Н. һәм газ конденсатының 150‑нән ашыу төрө өйрәнелә; химик состав үҙенсәлектәрен, көкөрт миҡдары кимәлен иҫәпкә алған Н. классификацияһы нигеҙҙәре эшләнә; “Башҡорт АССР‑ының көкөртлө һәм юғары көкөртлө нефте” (“Сернистые и высокосернистые нефти Башкирской АССР”; 1960—67), “Башҡортостан Республикаһының ҡатлам нефте” (“Пластовые нефти Республики Башкортостан”; 1996) һ.б. баҫмалар әҙерләнә (ҡара: Геохимия, Нефть химияһы). 50‑гә яҡын ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге технологияһы уйлап табыла һәм индерелә (“БашНИПИнефть”, “НИИнефтеотдача”), Н. тәрән эшкәртеү технологияларын камиллаштырыу эштәре үткәрелә (Нефть техник университеты, Нефтехимия эшкәртеү институты). БР‑ҙың нефть ятҡылыҡтары Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһына инә, Н. башлыса көкөртлө, парафинлы, тығыҙлығы уртаса. Терриген девон нефтле һәм газлы комплексы Н. тығыҙлығы 750— 860 кг/м3, йәбешкәклеге 0,7—18 Мпа•с һәм парафин миҡдары 5,0%‑ҡа тиклем. Терриген аҫҡы карбон комплексы Н. тығыҙыраҡ (820—900 кг/м3), йәбешкәклеге юғары (18—40 МПа•с һәм унан да күберәк), составында ыҫмала һәм асфальтен күп (5—11%), эйәрсен нефть газында көкөртлө водород (1—2%) һәм азот (ҡайһы берҙә 40—50%‑ҡа тиклем) бар. Карбонатлы нефтле һәм газлы комплекстар Н. составы б‑са терриген комплекстар Н. араһында тора. 1932—2007 йй. 1,6 млрд т Н. сығарыла (ҡара: Нефть сығарыу сәнәғәте). 30—40‑сы йй. респ. НЭЗ‑дарына Ишембай һәм Туймазы Н., 50‑се йй. алып — Арлан Н., 80‑се йй. — башлыса Көнбайыш Себер һәм Урал‑Волга буйы ятҡылыҡтарының Н. ҡатышмалары ебәрелә (ҡара: Нефть эшкәртеү сәнәғәте, Нефтехимия сәнәғәте).

Әҙәб.: Н а м ё т к и н С.С. Химия нефти. М., 1955; Г у б к и н И.М. Учение о нефти. 3‑е изд. М., 1975; А х м е т о в С.А. Технология глубокой переработки нефти и газа. Уфа, 2002.

Е.В.Лозин, С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика