НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, ҡатлам-коллекторҙан нефть һәм тәбиғи газды сығарыу б‑са эштәр комплексы. Сығарыу скважиналарының забойына ҡарата ҡатламдағы шыйыҡлыҡтың һәм газдың хәрәкәтенә идара итеүҙе, макс. килемле нефть һәм газ сығарыуҙы тәьмин итеү маҡсатында скважиналарҙың һанын, урынлашыуын, эш режимын, файҙаланыуға индереү тәртибен билдәләүҙе һәм ҡатлам энергияһы балансын контролдә тотоуҙы үҙ эсенә ала. Ғәҙәттә, тәбиғи режимда йәки продуктив ҡатламдарға тәьҫир итеп ғәмәлгә ашырыла (ҡара: Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге). Н.һ.г.я.ү. интенсивлығы сығарыу һәм һыу ҡыуҙырыу скважиналары селтәренең бер‑береһенә ҡарата урынлашыуы һәм тығыҙлығы, ҡыуылған һыу күләмдәре һәм сығарыу скважиналарындағы һайлап алыуҙар м‑н көйләнә. Н.һ.г.я.ү. баҫымды, т‑раны, шыйыҡлыҡ һәм газ тотоноуҙы, башҡа параметрҙарҙы үлсәү аша контролдә тотола, артабан үҙләштереү режимына төҙәтмәләр индерелә. Үҙләштереүҙең технологик һәм ген. схемаларында, нефть һәм газ сығарыу коэф. техник‑иҡт. дәлилендә, үҙләштереү һәм өҫтәлмә үҙләштереү проекттарында күп вариантлы техник‑иҡт. иҫәпләүҙәр нигеҙендә башҡарыла. Проект документтарына экспертиза үткәрелә, тейешле органдар тарафынан раҫлана. БР‑ҙа тәбиғи режимда контур аръяғындағы һыулы өлкәнән көслө һыу ағымы булған нефть ятыштары, ишембай тибындағы риф массивтарындағы ятыштар, ш. уҡ газ ятҡылыҡтары үҙләштерелә. Нефть ятҡылыҡтарының күбеһе нефть ҡатламдарына контур аръяғындағы һәм эсендәге һыу ҡыуҙырыу скважиналары аша һыу ебәреү ярҙамында эшкәртелә. Шулай уҡ ҡара: Нефть сығарыу сәнәғәте.  

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика