НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺЫУЫ, продуктив горизонттарҙа нефть һәм газ м‑н бергә булған ер аҫты һыуҙары. Тәбиғи составы б‑са башлыса хлорид‑кальцийлы, һирәгерәк гидрокарбонат‑натрийлы, сульфатһыҙ йәки сульфаты аҙ булған һыуҙар. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә ҡатлам баҫымын тотоу өсөн төрлө агенттарҙы (һыу, газ һ.б.) ҡулланыу һөҙөмтәһендә Н.һ.г.я.һ. тәбиғи химик составы ныҡ ҡына үҙгәреүе мөмкин. Төрлө минераллашыу һәм метаморфизм дәрәжәһе хас (метаморфизмдың төп күрһәткестәре — Na/Cl һәм Ca/Mg коэф., Ca %‑экв., беренсе тоҙлолоҡ — S1, бром миҡдары һ.б.). Н.һ.г.я.һ. өҫкө, аҫҡы һәм ҡатлам ятыштары бүленә. Нефтле һәм газлы ҡатламдарҙа ятыуына бәйле сик буйы һыуҙары — ятыштың контур аръяғында, табанлыҡ һыуҙары — ятыш аҫтында, аралыҡ һыуҙары — продуктив ҡатламдар араһында — айырыла. Ҡатлам энергияһының билдәләнеүе б‑са сик буйы һыуҙары баҫымлы (актив), аҙ баҫымлы һәм баҫымһыҙ (актив түгел) булыуы мөмкин. Н.һ.г.я.һ. тикшеренеү һөҙөмтәләре терр‑яның нефтле һәм газлы булыу перспективаларын баһалауҙа ҡулланыла. Ҡайһы бер осраҡта Н.һ.г.я.һ. аммоний, бор, бром, иод һ.б. химик элементтар алыу өсөн сығарыла. БР‑ҙың Н.һ.г.я.һ. башлыса хлорид-кальций тибындағы тоҙло һыуҙан тора. Минераллашыу 150—300 г/л араһында тирбәлә; өҫтөнлөк иткән катион составлы компоненттар булып кальций, натрий һәм магний иондары, анион составлы — хлоридтар, сульфаттар һәм гидрокарбонаттар тора; ш. уҡ бром (300—2100 мг/л), бор һәм аммоний (200— 500 мг/л тиклем), калий (700—2200 мг/л), иод (5—50 мг/л), стронций, цезий, рубидий, литий, германий һ.б. иондар осрай. Составында көкөртлө водород бар: таш күмер ултырмаларында 450 мг/л тиклем һәм аҫҡы пермь ҡатламдарында 3000 мг/л тиклем. Н.һ.г.я.һ. характерлы үҙенсәлеге — азот‑углеводород һәм углеводород газдарының эретмәһе булыуы. БР‑ҙың нефть һәм газ ятҡылыҡтарында быраулап асылған һәм өйрәнелгән ултырма япма һәм нигеҙҙең өҫкө өлөшө тоҡомдарының киҫелеше (2100 м тиклем тәрәнлектә) көңгөр ярусының галоген тоҡомдарынан һәм девондың балсыҡлы‑карбонатлы ҡын-доманик ултырмаларынан торған һыуға сыҙамлы ҡатламдар м‑н 3 гидрогеол. ҡатҡа (аҫҡы, урта һәм өҫкө) бүленә. Аҫҡы ҡаттағы һыуҙар рифей һәм венд комплекстарына, урта һәм өҫкө девондың терриген ултырмаларына тура килә, юғары метаморфизм дәрәжәһе хас (Na/Cl коэф. 0,7, Ca/Mg коэф. 2, Ca 12—25%‑экв., бром 1000—3000 мг/л, 65% S1 һәм түбән сульфатлы). Урта ҡаттағы һыуҙар өҫкө девон‑турней карбонатлы комплексына, аҫҡы карбон терриген комплексына, аҡа‑башҡорт, верея, кашира‑гжель һәм әселе‑көңгөр карбонатлы комплекстарына тура килә; түбән метаморфизм дәрәжәһе хас (Na/Cl коэф. 0,7—0,9, Ca/Mg коэф. 2, Ca 8%‑экв., бром 300—500 мг/л, 70—95% S1, юғары сульфатлы һәм карбонатлы ҡатламдарҙа көкөртлө водород булыуы). Урыны м‑н хлорид-магний тибындағы һыу таралған. Өҫкө ҡат — көңгөр өҫтө ҡатламындағы сульфат‑натрий һәм гидрокарбонат-натрий составлы (2—3 г/л тиклем) сөсө һәм аҙ минераллы һыу м‑н актив алмашыныу зонаһы.

Әҙәб.: О з о л и н Б.В. Башкирское Приуралье //Гидрогеология Волго‑Уральской нефтегазоносной области. М., 1967.  

Н.П.Егорова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика